2 декабрь, Йома

22 апрель 2010 йыл, 12:14

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 24-се ултырышы башланды

автор: Николай Ермоленко | фото: Андрей Старостин

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 24-се ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары ҡатнаша. Шулай уҡ ултырышта федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы Секретариатының һәм республика Хөҡүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә 39 мәсьәлә. Ултырыш «хөкүмәт сәғәте» сиктәрендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың «1941-1945 йылдар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65-се йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында» темаһына сығышынан башланды. Депутаттар алдында Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының 2009 йылдағы эше йомғаҡтары тураһында отчетҡа үҙ мөнәсәбәтен белдереү, Башҡортостан Республикаһы суд участкаларының биш мировой судьяһын һайлау, 29 республика закон проектын, шулай уҡ ике федераль закон проектын ҡарау бурысы тора.