9 декабрь, Йома

22 апрель 2010 йыл, 11:51

Республикала киҫкен вируслы инфекция менән ауырыусылар һаны арта

автор: Ғәлиә Нәбиева

Уҙған аҙна эсендә Башҡортостанда киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән (ОРВИ) 14789 кеше сирләгән. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар иҫәбе 1058 кешегә артҡан. Дөйөм иҫәптән 10582 кеше (71,6%)  – 14 йәшкә тиклемге балалар.

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, республиканың баш ҡалаһында 4991 кешегә вируслы инфекция һәм грипп диагнозы ҡуйылған, шул иҫәптән 3624 балаға. Өфөлә киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм киҙеү менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 27,9 процентҡа түбән.

Республикала һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү һәм дәүләт муниципаль мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға, балаларға А/H1N1 юғары патогенлы киҙеүгә ҡаршы халыҡҡа сәсәк һалыу дауам итә.