5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2010 йыл, 11:24

БР Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында Бөйөк Еңеүгә бағышланған күргәҙмә үтә

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Уларҙың батырлығы үлемһеҙ» исемле архив документтары күргәҙмәһе үтә.

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә биш бүлектән тора: «Һуғыш башланғанда», «Хәрби частар ойошторолоуы һәм уларҙың яу юлы», «Фронтҡа халыҡ ярҙамы», «Эвакогоспиталдәр эшмәкәрлеге», «Фронтовик хаттары». Советтар Союзы Геройҙарының награда ҡағыҙҙары ла күргәҙмәгә ҡуйылған. Документтарҙың күбеһе тәүге тапҡыр күрһәтелә.  

темалар: архивтар