5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2010 йыл, 11:12

Кадастр инженерҙары күсемһеҙ милек мәсьәләһендә ярҙам итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Тиҙҙән күсемһеҙ милек объектын кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн документтар әҙерләгәндә кадастр инженеры хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. «Башинформ» агентлығына БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ришат Миңдияровтың хәбәр итеүенсә, техник пландарҙы әҙерләү  уларҙың функцияларына инәсәк. Әлеге мәлдә кадастр эшмәкәрлеген техник инвентаризациялау бюроһы алып бара.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре күҙҙалауынса, беҙҙең төбәктә йөҙләгән кадастр инженеры аттестатын биреү планлаштырыла. Имтихандар ағымдағы йылдың йәйендә үтәсәк.