8 декабрь, Кесе йома

22 апрель 2010 йыл, 10:57

Илеш районында сәсеүҙе 26 апрелдә башлайҙар

автор: Ғәлиә Нәбиева

Илеш районының 22 ауыл хужалығы предприятиеларының барыһы ла ауыл хужалығы техникаһын баҫыуға сығарҙы. Яҙғы баҫыу эштәре дым ҡаплауҙан башлана. Параллель рәүештә күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын туҡландырыу ҙа алып барыла. Ауыл эшсәндәре таратыусы агрегаттар ярҙамында һәр гектарға 50 килограмм карбамид һәм 20 килограмм ҡатмарлы комплекслы ашлама индерә.

— Киләһе аҙнаның башында беҙ яҙғы культураларҙы сәсеүгә төшөргә ниәтләйбеҙ,- ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илгизәр Хәмиҙуллин. – Ер ҙә йылынып өлгөрә, тракторҙар ҙа батып ултырмаясаҡ.

Илеш игенселәре 55 мең гектар майҙанда яҙғы ашлыҡ сәсергә иҫәп тота. Иген культураларына 46 мең гектар бүленгән. Ауыл эшсәндәре ужымдан да матур уңыш алырға өмөтләнә. Уларҙы көҙҙән 17 мең гектарҙа сәскәндәр. Шытымдар ҡаты һыуыҡтарға артыҡ бирешмәгән һәм туҡландырғандан һуң күтәрелеп китергә тейеш.

Илгизәр Хәмиҙуллиндың ышандырыуынса, сәсеү кампанияһын үткәреү өсөн ауыл хужалығы предприятиеларының бөтә нәмәһе лә бар. Хужалыҡтар яғыулыҡ-майлау материалдарына республиканан 11 миллион һум күләмендә субсидия алған һәм уны етәрлек күләмдә әҙерләгән. Минераль ашламалар запасы ла тейешле күләмдә. Әлеге ваҡытта дүрт мең тонна ашлама ҡайтарылған, һәм уны ҡайтарыу һаман дауам итә. Район хужалыҡтарын ашламалар менән "Башплодородие" тәьмин итә.

Әгәр һауа торошо матур торһа, Илеш игенселәре сәсеү кампанияһын 10 майға ҡарай тамамларға ниәтләй.