8 декабрь, Кесе йома

21 апрель 2010 йыл, 17:57

Хәҙерге федерализм проблемаларын һәм перспективаларын тикшерҙеләр

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 20 йыллығына арналған «Хәҙерге федерализм һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары: сағыштырыу аспекты» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Форумды ойоштороусылар — БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты.

Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында билдәле сәйәсмәндәр, ғалимдар, дәүләт власы һәм йәмәғәтселек вәкилдәре, студенттар-хоҡуҡ белгестәре йыйылды.

Конференцияның пленар өлөшө сиктәрендә егермеләп доклад тыңланды.

Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев төбәк башлығының конференцияла ҡатнашыусыларға тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Үҙенең исеменән ул, «республика һәр ваҡыт федерализм үҫеше яҡлы булып сығыш яһаны һәм Рәсәйҙә федерализм хәрәкәте лидерҙары иҫәбендә тора», тип өҫтәне.  

Башҡортостан парламенты Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров федератив мөнәсәбәттәр үҫешенең тарихи миҫалдарына туҡталды, ул «үҙәк менән төбәктәр араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү — яңылыҡ түгел» тип билдәләне. Иң мөһиме, «улар Конституция нормаларына ярашлы үтәлһен», — тине Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры.

Күп милләтле федератив дәүләттең актуаль проблемалары тураһында һөйләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев «Рәсәйҙең федератив ҡоролошо мәсьәләһе — Башҡортостан өсөн генә түгел, шулай уҡ бөтә Рәсәй дәүләте йәшәйеше һәм бөтөнлөгө өсөн дә үтә мөһим» тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Хәҙерге этаптағы федератив мөнәсәбәттәрҙең ҡайһы бер проблемалары хаҡында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Татарстан Президенттының Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы, сәйәсәт фәндәре докторы Михаил Столяров та телгә алып уҙҙы. Уның фекеренсә, «илдә бөгөн федерализм принциптарын алға һөрөү бик ауыр. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең башҡа төрлө үҫеш альтернативаһы юҡ».

Секция ултырыштары сиктәрендә конференцияла ҡатнашыусылар суверенитет һәм хәҙерге федерализм проблемаларының төрлө хоҡуҡи һәм социаль-сәйәси аспекттарын тикшерҙе.  

Конференцияны йомғаҡлап резолюция ҡабул ителде, унда власты һәм йәмғиәтте модернизациялау шарттарында федерализмды үҫтереү мәсьәләләренең актуаллеге билдәләнде.