Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Генпрокуратура сайтында ветерандар хоҡуҡтарына арналған бүлек барлыҡҡа килде

Сәйәсәт

Генпрокуратура үҙенең рәсми сайтында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә һәм ветерандар хоҡуҡтарын яҡлауға арналған бүлек асты. Был бүлектә Прокуратура органдарының һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеге тураһында тарихи белешмә, Прокуратура ветерандары – һуғышта ҡатнашыусыларҙың иҫтәлектәре, шулай уҡ ветерандар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Прокуратура органдары эшмәкәрлеге хаҡында яңылыҡтар бүлеге ҡуйылған, тип хәбәр итә Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

Ведомство вәкиле Марина Гридневаның билдәләүенсә, Прокуратура органдары “Ветарандар тураһында” Федераль закон үтәлешен даими тикшерә һәм бар хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса кисектергеһеҙ саралар күрә.  Ул һуғыш ветерандарын һәм уларҙың туғандарын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хоҡуҡтарын ҡыҫыу осраҡтары тураһында РФ Генпрокуратураһы сайтының интернет-мөрәжәғәте ярҙамында Прокуратура органдарына хәбәр итеүҙе һораны.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть