10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2010 йыл, 17:16

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ветерандар менән осрашыу үткәрә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу «Хәтер тулҡыны» программаһына ярашлы үткәрелә, уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған байтаҡ ошондай саралар планлаштырылған.

«Театральное» кафеһына һуғышта ҡатнашҡан 60-лап ҡатын-ҡыҙ йыйылды, улар республиканың йәш эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары менән фронт йылдарындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Йыйылыусылар алдында концерт программаһы менән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡыусылары сығыш яһаны. Бөтә ветерандар өсөн БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы махсус бүләктәр әҙерләгән.

темалар: ветерандар