Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Йылға навигацияһы асылды

Иҡтисад

«Өфө» йылға портында навигация-2010-ды асыу тантанаһы үтте. Сарала БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рауил Нафиҡов, флот ветерандары, атҡаҙанған йылғасылар, йылға училищеһы кадеттары һәм күп һанлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

2010 йылғы навигация билдәләнгән ваҡытта асыла. Флот һәм ярҙамсы саралар эшкә тулыһынса әҙер. 2009-2010 йылдарға Башҡортостан йылға пароходсылығы буйынса судноларҙы ремонтлауға сығымдар 50 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Был 70 йылға техникаһы берәмеген ремонтларға мөмкинлек бирҙе.

— 2010 йылғы навигацияла туристик маршруттарҙа һәм ҡала эсендәге бәйләнештә 145 меңдән ашыу пассажир ташырға планлаштырыла. 1 миллион 100 мең тонна төрлө йөктәр ташыу бурысы ҡуйылған. «Өфө» һәм «Бөрө» йылға порттары тарафынан 2 миллион тонна тейәү-бушатыу эштәре башҡарыу планлаштырылған, – тип билдәләне үҙ сығышында «Башҡортостан йылға пароходсылығы» йәмғиәте генераль директоры Рауил Нафиҡов.

Башҡортостан йылға пароходсылығының төрлө класлы үҙйөрөшлө һәм үҙйөрөшлө булмаған флот суднолары паркы, шул иҫәптән пассажир теплоходтары, «йылға-диңгеҙ» класы теплоходтары, йөк һәм ярҙамсы суднолары бар. Урындағы линиялар буйынса һәм Кама, Волга йылғалары буйлап транзит бәйләнештә, төньяҡ-көнбайыш төбәк бассейнында йөктәр ташыла. Ял итеүселәр өсөн Ағиҙел, Кама, Волга йылғалары буйлап Мәскәү, Астрахань, Пермь, Кострома, Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа мәҙәни үҙәктәренә тиклем круиздар ҡаралған.

Йылға флотына тоғролоҡ һәм профессиональ оҫталыҡ өсөн пароходсылыҡтың бер нисә хеҙмәткәре Рәсәй транспорт министлығының «Һыу һәм ҡоро ер юлдары менән идара итеүҙең 200 йыллығы хөрмәтенә» күкрәккә таға торған билдәләре менән наградланған. Бүләкләнеүселәр араһында судно капитандары һәм механиктары, суднолар ремонтлау-төҙөү заводы оҫталары бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть