8 декабрь, Кесе йома

21 апрель 2010 йыл, 15:39

Тимер юлсылар йәйге кампанияға әҙерләнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе вагон паркын йәйге миҙгелгә әҙерләй башланы. Кузовтарҙың һәм тамбурҙарҙың тышҡы йөҙөн матурлау, вагондарҙың эске интерьерын һәм инвентарын яңыртыу, шулай уҡ урын-ер әйберҙәрен алмаштырыу буйынса эштәр үткәреләсәк. Бүлексәнең матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллин хәбәр итеүенсә, вагондарҙа кондиционерҙарҙы ҡайтанан көйләйәсәктәр, тәҙрәләрҙе рәтләйәсәктәр.   Проводниктарҙың тышҡы ҡиәфәтенә һәм уларҙың корпоратив этиканы күҙәтеүенә айырым иғтибар биреләсәк.

— Бөтә был эштәр планда ҡаралған һәм даими рәүештә йылына ике тапҡыр үткәрелә, — тине Рөстәм Ғөбәйҙуллин. – Бөтәһе беҙҙең паркта 400-ҙән ашыу пассажир вагоны. Йәйге кампанияла уларҙа алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа миллионға яҡын пассажир хеҙмәтләндерелә.

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, быйылғы миҙгелдә Өфө депоһында вагондар һәм проводниктар һаны кәмене. Был иҡтисади көрсөк менән бәйле поездарҙа йөрөүселәр һаны кәмеүе менән аңлатыла. Быйыл 1200 проводник һәм тимер юл уҡыу йорттарының йөҙҙән ашыу студенты эшләйәсәк.