9 декабрь, Йома

21 апрель 2010 йыл, 12:07

19 район игенселәре яҙғы баҫыу эштәренә тотондо

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың 19 районы баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре алып барыла. Баҫыуҙарға иң элек тырматыуға агрегаттар сығарыла. Дым ҡаплау – бөгөн ауыл эшсәндәренең төп бурыстарының береһе. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11 районда ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуға төштөләр, ә 15 район хужалыҡтарында күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәренә ашлама индерәләр.

Хәбәр итеүебеҙсә, яҙғы сәсеүгә әлегә Дүртөйлө районы игенселәре генә тотондо. Сәсеү кампанияһын район эшсәндәре борсаҡтан башланы. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был культура 100 гектар майҙанға сәселгән. Ауыл хужалығы министрлығының агрономия хеҙмәте быйыл сәсеү кампанияһын үткәреү буйынса бөтә кәрәкле рекомендациялар бирҙе.