10 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2010 йыл, 11:45

Уҡыусылар балиғ булмағандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын өйрәнәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә балиғ булмаған хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын һәм уларҙы яҡлауҙа профсоюздарҙың ролен өйрәнеүгә арналған махсус дәрестәр һәм класс сәғәттәре ойоштороласаҡ. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тейешле рекомендациялар республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә БР Профсоюздар федерацияһы тарафынан ҡабул ителде.

Мәктәптәрҙә бындай дәрестәр үткәреү зарурлығы күп үҫмерҙәр йәйге каникул осоронда ваҡытлыса эшкә урынлашыуы менән бәйле килеп тыуҙы. Бындай осраҡта улар үҙ хоҡуҡтары тураһында ни ҙә булһа белергә тейеш.

Былтыр республиканың мәшғүллек үҙәктәре тарафынан 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге  31,8 мең үҫмер ваҡытлыса эшкә урынлаштырылды, уларҙың 40,5 проценты — ауыл ерендә. Бында иҡтисадтың төрлө тармаҡтары йәш хеҙмәт ресурстарын тигеҙ ҡабул итмәй. Мәҫәлән, бөгөн хеҙмәтләндереүҙәр һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә йәштәр байтаҡ, ә социаль һәм бюджет өлкәһендә йәш хеҙмәткәрҙәр өлөшө бик аҙ.

темалар: профсоюздар