9 декабрь, Йома

21 апрель 2010 йыл, 11:08

Башҡортостанда «Парктар маршы» старт алды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөн республикала «Парктар маршы – 2010» акцияһы старт алды. Уның сиктәрендә тәбиғи урмандарҙы һәм ултыртылған ағастар һыҙаттарын таҙартыу, урамдарҙа һәм ихаталарҙа сүп-сарҙы йыйыштырыу, торама пункттарҙы йәшелләндереү буйынса тәбиғәтте һаҡлау акциялары үтә. Мәктәптәрҙә экологик дәрестәр, киләсәк быуын өсөн тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һаҡлау зарурлығы тураһында әңгәмәләр һәм лекциялар үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  акцияла республиканың бар урман хужалыҡтары ла әүҙем ҡатнаша. Атап әйткәндә, Туймазы урман хужалығы белгестәре менән Туймазы, Шаран, Саҡмағош, Бүздәк, Баҡалы райондарын йәшелләндереү өсөн ағас үҫентеләре әҙерләнгән. 550 гектар майҙанда яңы урман ултыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ янғындан зарарланған урман массивтары торошон контролләү буйынса планға ярашлы эштәр ҙә дауам ителәсәк.  

Бөгөнгө көндә янғынға ҡаршы мобиль төркөмдәр ойошторолған,  янғын хәүефе осорона белгестәр дежурлығы буйынса график төҙөлгән.

«Парктар маршы – 2010» акцияһы 24 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.