8 декабрь, Кесе йома

21 апрель 2010 йыл, 10:49

Көрәш буйынса Муса Гәрәев мемориалы үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

24-25 апрелдә Башҡорт дәүләт медицина университетының спорт комплексында (Өфө, Театр урамы, 2/1) Муса Гәрәев иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтәсәк. Батырҙар ярышы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арнала.

Турнирҙы ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Физик тәрбиә һәм спорт буйынса комитеты, Башҡортостан Республикаһының Милли көрәш федерацияһы, Өфө ҡалаһының Милли көрәш федерацияһы.  

Ярыштарҙа республика район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән спортсылар ҡатнашасаҡ.  

18 йәшкә тиклем һәм унан өлкән көрәшселәр ете ауырлыҡ категорияһында көрәшә: 65 килограмға тиклем, 75 килограмға тиклем, 80 килограмға тиклем, 85 килограмға тиклем, 90 килограмға тиклем, 100 килограмға тиклем, 100 килограмдан ашыу, шулай уҡ 1990-1993 йылда тыуған егеттәргә 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһы ла ҡаралған.

Ауырлыҡ категорияларында призлы урын алыусылар аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк: ололар: 1-се урын өсөн – 15000 һум, 2-е – 10000 һум, 3-сө урын – 5000 һум; үҫмерҙәр: 1-се урын өсөн – 10000 һум; 2-се урынға – 6000 һум, 3-сө урынға – 3000 һум.

Ярышты асыу тантанаһы 24 апрелдә сәғәт 12-лә үтә.