Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда икенсегә удмурт һылыуҙарының «Чеберина» конкурсы үтте

Йәмғиәт

Яңауыл районының Шудек ауылы мәҙәниәт йортонда икенсегә Башҡортостандың удмурт һылыуҙарының «Чемберина» конкурсы үтте. Тәүге тапҡыр ул ике йыл элек ойошторолдо һәм 20 йәшлек Лиана Миңлемөхәмәтоваға еңеү алып килде. Яңы конкурстың гран-прийы һәм бүләктәренә айырым номинацияларҙа удмурт милләтенән булған 11 сибәр ҡыҙ дәғүә итте: бишәүһе Яңауыл районынан, өсәүһе Тәтешленән, икәүһе Ҡалтасынан һәм йәнә бер һылыу Нефтекаманан. Ҡатнашыусыларға  15 — 22 йәш. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм эшләп йөрөүселәр ҙә бар ине.

Ҡыҙҙарға йөҙ-ҡиәфәтен генә  түгел, эске матурлығын да күрһәтергә мөмкинлек биргән биш конкурста ҡатнашырға тура килде. Тәүге һынау – визитка. Икенсеһе — өйгә эш – милли аш-һыу. Уны әҙерләүҙән тыш, матур итеп бирә белергә лә кәрәк ине.  Өсөнсө һынау ҙа алдағыһына оҡшаш – милли костюм конкурсы, удмурт милли костюмын кейеп күрһәтеү менән бергә, уны ниндәй осраҡтарҙа кейеү кәрәклеге хаҡында бәйән итеү мотлаҡ. Интеллектуаль конкурс –удмурт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү. Һынауҙарҙың йомғаҡлау этабы «минең һәләттәрем» тип атала һәм һылыуҡайҙарға һайлау мөмкинлеге бирә: улар йыр, бейеү, шиғыр һөйләүҙә ярышты.

Һылыуҙарҙан иң һылыуын компетентлы һәм объектив жюри билдәләне, баһалама ағзалары иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Башҡортостан удмурттарының тарихи-мәҙәни үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте, шулай уҡ Удмуртия Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкилдәре лә бар ине.  

"Чеберина"ның гран-прийын Мальвина Нуриева яуланы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть