9 декабрь, Йома

21 апрель 2010 йыл, 9:59

Башҡортостан уҡыусыһы үҙенең тикшеренеү эшен Мәскәүҙә яҡланы

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Мәскәүҙә йәштәрҙең фәнни тикшеренеү һәм ижади эштәренең “Рәсәйҙең милли байлығы”  бөтә Рәсәй асыҡ конкурсы тамамланды. Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә һәм Антон Чеховтың тыуыуының 150 йыллығына арналғайны. Ситтән тороп ҡатнашыу туры йомғаҡтары буйынса Туймазы районы 1-се Ҡандры урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Татьяна Джумма һәм уның ғилми етәксеһе, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы Рүзилә Баҡыева Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһына конференцияға саҡырыу алды, унда Татьянаға «Рауил Мөхәмәт улы Өмөтбаев – Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусынан арҙаҡлы Өмөтбаевтар нәҫеле вариҫы» исемле тикшеренеү эшен яҡларға тура килде.  

Татьяна Джумма эшен уңышлы яҡлап сыҡты һәм беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Тезистары махсус йыйынтыҡта баҫылды. Татьянаның ғилми эше Туймазы уҡыусыларының – бөтә Рәсәй һәм республика ғилми-ғәмәли конференциялар еңеүселәре һәм бүләкләнеүселәренең тикшеренеү эштәре нәшер ителергә тейешле йыйынтыҡҡа ла индереләсәк.