Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең вертолет двигателдәрен етештереүгә перспективалары бар

Иҡтисад

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә Рәсәйҙә вертолеттар етештереүгә арналған кәңәшмә үтте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, РФ Оборона министры урынбаҫары Владимир Поповкин, «Оборонпром» берләшкән сәнәғәт корпорацияһы генераль директоры Андрей Реус ҡатнашлығындағы был сарала вертолет тармағының төп проблемалары, индустрия үҫеше стратегияһы хаҡында һөйләнеләр. Башҡортостан предприятиеларының был өлкәләге роле һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

— Бындай мөһим кәңәшмә урыны тип Башҡортостан юҡҡа һайланмаған, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Республикала динамикала үҫешеүсе оборона предприятиелары бихисап. Республика һәм федераль структураларҙың берлектәге тырышлығы арҡаһында, иҡтисади көрсөктөң уларға йоғонтоһо тойолманы. Беҙ заводтар эшмәкәрлеге йүнәлештәренең яңы варианттарын ҡарарға әҙербеҙ, шул иҫәптән вертолеттар төҙөлөшөндә лә.

“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә вертолеттар өсөн двигателдәр етештереү мөмкинлеге кәңәшмәлә төп мәсьәләләрҙең береһе булып торҙо. Бында һәйбәт перспективалар бар, һәм улар артабан да ҡараласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть