5 декабрь, Дүшәмбе

21 апрель 2010 йыл, 9:32

Мортаза Рәхимов «Оборонпром» башлығы менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

20 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Оборонпром» Берләшкән сәнәғәт корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Реус менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә Андрей Реус 2020 йылға тиклем осорға Рәсәй вертолеттар эшләүҙе үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу ваҡытында республика менән «Оборонпром» корпорацияһының вертолеттар эшләүҙе үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә берлектәге эше буйынса тәҡдимдәр тикшерелде.

Башҡортостан менән «Оборонпром» Берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы» авиатөҙөлөш предприятиеларын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек өлкәһендә ыңғай тәжрибәгә эйә, тип билдәләнде. Мортаза Рәхимов Рәсәй вертолеттар эшләү сәнәғәте продукцияһының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ҡарарға әҙер булыуын белдерҙе. Башҡортостан Президенты республикала «ӨМЭПБ» һәм «Күмертау авиация производство предприятиеһы» кеүек авиация сәнәғәте предприятиеларының эшмәкәрлегенә айырыуса ҙур әһәмиәт бирелеүен билдәләне.

Шулай уҡ «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында вертолет двигателдәре етештереүҙе ойоштороу менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Эш осрашыуында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Рәсәй Федерацияһының оборона министры урынбаҫары Владимир Поповкин ҡатнашты.