7 декабрь, Шаршамбы

21 апрель 2010 йыл, 9:06

Петр Сумин Башҡортостан Президентына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Суминдан ул өлкә губернаторы вазифаһында эшләгән осорҙағы хеҙмәттәшлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән хат килде. Унда шулай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Силәбе өлкәһе губернаторы, Хөкүмәт рәйесе сифатында вәкәләттәрем срогы тамамланды.

Һуңғы ун йылда  бөтә Рәсәй менән бергә беҙҙең өлкә уңышлы төҙөкләндерелде, иң көслө һәм тотороҡло үҫешеүсе төбәктәрҙең береһенә әүерелде. Әлеге иҡтисади хәлгә лә бирешмәнек. Был – бөтә яҡташтарымдың хеҙмәте, губернатор булып эшләгәндә мин һәр саҡ уларҙың ярҙамын тойҙом.

Силәбе өлкәһе өлгәшкән социаль-иҡтисади уңыштар һаҡланып ҡалыр һәм үҫтерелер, өлкә Көньяҡ Урал халҡы, бөтә Тыуған илебеҙ именлеге хаҡына ышаныслы үҫешен дауам итер, тип ышанам.

Беҙҙе һәр саҡ  аңлауығыҙ  һәм ярҙам күрһәткәнегеҙ, Силәбе өлкәһен нығытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған үҙ-ара ышаныслы, ихлас хеҙмәттәшлек өсөн Һеҙгә рәхмәтемде белдерәм.

Ысын күңелдән эшмәкәрлегегеҙҙә артабан да уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйем!

Ихтирам менән П.И. Сумин”.