3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2010 йыл, 17:47

Башҡортостан командаһы – Бөтә Рәсәй профсоюз агитбригадалары конкурсы лауреаты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар Федерацияһы командаһы Екатеринбургта үткән «Профсоюздар – лайыҡлы хеҙмәт өсөн» II Бөтә Рәсәй профсоюз агитбригадалары конкурсы лауреаты булды.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда, конкурста 13 команда ҡатнашты. Свердловск өлкәһе Профсоюздар федерацияһы рәйесе Андрей Ветлужских әйтеүенсә, илебеҙҙең төрлө төбәктәре һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары исеменән конкурста ҡатнашыусы командалар һаны йылдан-йыл арта бара. Был профсоюз агитбригадалары хәрәкәтенең киңәйә барыуын, Бөтә Рәсәй күләмендә ысын мәғәнәһендә киң ҡолас алыуын раҫлай.

Конкурс программаһына байтаҡ саралар, шул иҫәптән ижади оҫтаханалар эше лә индерелгән. Унда эшләп, ҡатнашыусылар агитбригаданың жанр булараҡ үҙенсәлектәре тураһында белде, актер оҫталығының үҙенсәлектәре, сәхнә телмәре техникаһы, артистың тасуири уҡыу серҙәре менән танышты.

темалар: профсоюздар