3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2010 йыл, 17:22

Мостай Кәримдең ҡыҙы шағир тураһында инглиз телендә һөйләй

автор: Әлфиә Әһлиуллина

21 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының икенсе корпусында үҙенсәлекле осрашыу ойошторола. Унда Өфөнөң 1-се педагогия колледжы һәм 3-сө гимназияһы уҡыусылары ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына Милли китапхана директоры урынбаҫары Галина Евдищенконың хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады һәм тормошо хаҡында һүҙ барасаҡ. Саҡырылған ҡунаҡтар халыҡ шағиры тураһында уның ҡыҙы Әлфиә Кәримованан ишетеп беләсәк.

— Буласаҡ сараның инглиз телендә үткәрелеүе уның төп үҙенсәлеге һанала. Ойоштороусылар — «Башҡортостан – АҠШ» йәмәғәт берекмәһе менән Милли китапхананың сит ил телендәге әҙәбиәт бүлеге шулай ҡарар иткән, — ти БР Милли китапханаһы директоры урынбаҫары.

Уның әйтеүенсә, Әлфиә  Мостафа ҡыҙы Өфө дәүләт авиация техник университетында инглиз теле кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй. Шекспир телен бар нескәлегендә белә.

Осрашыу барышында ойоштороусылар Мостай Кәрим ғаиләһенең дуҫы Шәүрә Ғилманова төшөргән  документаль фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтәсәк.

темалар: осрашыуҙар