5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2010 йыл, 17:20

Башҡортостандың Рәсәй составында үҫешенә арналған конференция

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Өфөлә «Башҡорттар Рәсәй Федерацияһы составында: тарих, хәҙерге заман, перспективалар» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы. Республикабыҙҙан, шулай уҡ илебеҙҙең башҡа төбәктәренән алдынғы ғилми йәмәғәтселекте йыйған был сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Башҡорт дәүләт университеты ойошторҙо.

Был ғилми форум III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан үткәрелә һәм күп милләтле Рәсәйҙә башҡорттарҙың этник үҙенсәлеген һаҡлау юлдарын һәм принциптарын эҙләү стимулдарының береһе булып хеҙмәт итергә тейеш. Башҡортостан Республикаһы Президенты, алдағы ваҡиғаның мөһимлеген иҫәпкә алып, конференцияла ҡатнашыусыларға тәбрикләү сәләме ебәрҙе: «Был ғилми сара башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын һәм артабанғы үҫеш юлдарын, бөйөк Рәсәйҙе тергеҙеүҙә уның ҡатнашыуын тәрәндән өйрәнергә тейеш, — тиелә Президент тәбрикләүендә. —Беренсе һәм икенсе Бөтә донъя ҡоролтайҙарынан һуң үткән йылдар беҙҙең өсөн бик уңышлы булды. Улар республиканың сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошонда мөһим үҙгәрештәр, бында йәшәүсе халыҡтар араһында бәйләнештәрҙе нығытыу менән билдәләнде. Беҙ йәмғиәтебеҙҙең артабанғы үҫеш перспективаларын берлектәге ижади хеҙмәттә, милли традицияларыбыҙҙы һәм ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй халыҡтарын рухи-мәҙәни байытыуҙа күрәбеҙ».

БДУ ректоры, БР халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин фекеренсә, конференция темаһы республикабыҙ өсөн дә, шулай уҡ бөтә ил өсөн дә үтә мөһим. Тап шуға күрә лә унда ҡатнашыу өсөн Силәбе, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән Өфөгә байтаҡ ҡунаҡтар килде.

— Бөтә ҡатнашыусылар алдында торған бурыстарҙың береһе — илебеҙ өсөн федерализм принциптарын тергеҙеү ни тиклем мөһим булыуын күрһәтеү, — тип иҫәпләй Әхәт Мостафин. – Конференцияла Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең артабанғы үҫеш юлдары ҡараласаҡ. Беҙҙең университет был сараны ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһауы менән ғорурлана. Киләсәктә бындай конференцияларҙы үҙебеҙҙең уҡыу йорто базаһында ла үткәрергә планлаштырабыҙ.

— Конференцияның мөһимлеге уның бер үк ваҡытта башҡорт халҡының үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге мәсьәләләрен солғап алыуына ҡайтып ҡала, — тип иҫәпләй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев. — Һәр халыҡтың үҙ тарихи үҫешендә күсеү һәм хәл иткес этаптары бар. Башҡорт халҡы тарихында ошондай этаптарҙың береһе булып үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы торҙо.

Рәсәй составына инеү башҡорттар алдында яңы үҫеш юлдары асты. Улар тыныс йәшәү һәм хужалыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге алды, элекке сәйәси һәм территориаль тарҡаулыҡ бөтөрөлә. Рәсәйгә ҡушылыу этник тупланыуға, башҡорттарҙың берҙәм халыҡ булараҡ нығыныуына булышлыҡ итә.

Конференцияның эше көн буйына дауам итәсәк. Пленар ултырыштан тыш, өс секцияла докладтарҙы тикшереү ҡаралған: «Башҡортостан халыҡтары: Рәсәй составында күп быуатлыҡ үҫеш», «Башҡортостан Республикаһы башҡорт халҡын туплауҙа һәм үҫтереүҙә: хәҙерге торошо һәм перспективалар», «Башҡорт халҡының телен, рухи мәҙәниәтен һәм традицияларын үҫтереү проблемалары: тарих һәм хәҙерге заман».