8 декабрь, Кесе йома

20 апрель 2010 йыл, 17:04

Тыл геройҙары билдәлелек алды

автор: Юлай Мәғсүмов

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт “Китап” нәшриәтендә “Тыл геройҙары” серияһында 20-се һуңғы том сыҡты. Бөгөнгө көндә Еңеүҙең 65 йыллығына был серияның бар 20 томы ла нәшер ителде, унда “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Башҡортостан халҡы исемлеге баҫылған.

«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20-се томға Өфөнөң Киров, Орджоникидзе, Совет районы тыл хеҙмәтсәндәре тураһында мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ 1-17 томдарға өҫтәмә исемлектәр ҙә индерелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тыл геройҙары” серияһы үҙен-үҙе аямай хеҙмәт итеүе менән фашистар Германияһын Еңеүгә булышлыҡ иткән тыл хеҙмәтсәндәре исемен мәңгеләштереү ниәтенән нәшер ителә. Миҙал менән бүләкләнгән тыл хеҙмәтсәндәре исемлеге Башҡортостандың район һәм ҡалаларын алфавит тәртибендә урынлаштырыуға бәйле төҙөлгән. Ҡыҫҡаса биографик белешмәлә тыуған йылы, йәшәгән урыны һәм бүләкләнгән ваҡытта биләгән вазифаһы күрһәтелгән.

Һәр китап 2500 дана менән, ҡаты тышлыҡта сыға. Китаптарҙы Китап нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

темалар: нәшер