5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2010 йыл, 16:36

Сибайҙа йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә

автор: Эльмира Сабирова

XIX «Йәштәргә эш!» республика йәштәр акцияһы сиктәрендә 21 апрелдә Сибайҙа вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк, уның дауамында йәштәр эш табыуға мөмкинлек аласаҡ. Бындай саралар йәштәр араһында электән ҙур һорау менән файҙалана, сөнки йәрминкәгә килеүселәр эш биреүселәргә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Эш урынына дәғүә итеүселәр эш урыны ғына түгел, үҙҙәрен ҡәнәғәтләндергән эш хаҡын да һайлай ала. Бынан тыш, һөнәр һайлау, хәҙерге заман шарттарында карьера планын төҙөү менән бәйле һорауҙар буйынса психолог – һөнәри консультанттарҙан мәғлүмәт алырға, эш эҙләү алымдарын һәм үҙеңде эш биреүселәргә күрһәтеү, тәҡдим итеү юлдарын өйрәнеүгә мөмкинлек булдырыла. Шулай уҡ теләге булғандарға юристар ҙа квалификациялы ярҙам күрһәтәсәк.

Был акцияны Сибай хакимиәтендәге йәштәр эштәре буйынса комитет ярҙамында Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге ойоштора.

темалар: йәштәр