4 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2010 йыл, 15:39

Өфөлә торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Өфөлә 564 мең квадрат метр торлаҡ торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырылды. 2010 йылдың беренсе кварталында 60 мең «квадрат» төҙөлдө. Торлаҡ төҙөлөшөнөң дөйөм күләменә индивидуаль төҙөүселәр иң ҙур өлөш индерҙе, тип хәбәр итте  бөгөн матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Ильяс Мөниров.

Торлаҡ йорттарҙан тыш, 2009 йылда байтаҡ социаль объекттар сафҡа индерелде.

— Улар иҫәбендә — Сипайлово биҫтәһендә балалар поликлиникаһы филиалы, 21-се ҡала клиник дауаханаһының операция блогы һәм башҡалар, — тине Ильяс Мөниров. – Күп кенә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары реконструкцияланды һәм капиталь ремонтланды. Ҡайһы бер объекттарҙа ремонт дауам итә. Биш яңы балалар баҡсаһы проекттары әҙерләнә.

Ильяс Мөниров, төҙөлөштә көрсөк күренештәре һөҙөмтәһендә, өлөшсөләр һәм Өфө хакимиәте менән килешеп, сафҡа индереү срогы кисектерелгән торлаҡ йорттар күп, тип билдәләне. Туҡтатыу сәбәптәренең береһе булып банк системаһының кредит биреүҙән баш тартыуы һәм халыҡтың ипотека ала алмауы тора. Хәлдән сығыу өсөн Башҡортостан Хөкүмәте, квадрат метрҙың хаҡын кәметеү һәм фатирҙарҙы социаль схемалар буйынса һатыу маҡсатында, төҙөлөүсе күп ҡатлы йорттарға инженер селтәрҙәре үткәреүҙе финанслау тураһында ҡарар ҡабул итте. Әлеге ваҡытҡа бер нисә йорт буйынса ҡала һәм республика бюджеттарынан бергә финанслауҙы күҙ уңында тотоусы бер нисә килешеү әҙерләнгән. Был төҙөлөшкә өҫтәмә импульс бирәсәк. Быйыл Өфөлә 620 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла.