8 декабрь, Кесе йома

20 апрель 2010 йыл, 14:56

Өфө предприятиелары персонал проблемаһын тикшерҙе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Беренсе республика тренинг үҙәгендә «Бәләкәй бизнес өсөн кадрҙар» IV республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны баш ҡала хакимиәте ярҙамында Өфө Эшҡыуарҙар союзы һәм «Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторҙо.    

Конференцияла персоналды баһалау һәм аттестациялау, корпоратив мәҙәниәтте үҫтереү,   корпоратив эсендәге конфликттарҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Сара сиктәрендә шулай уҡ «Хеҙмәт закондарын боҙғанда юғалтыуҙарҙы нисек мөмкин тиклем кәметергә» һәм «Мәшғүллек проблемаһын хәл итеү механизмы булараҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ» темаларына түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде.  

Традицион рәүештә конференция ҡала предприятиеларында даими осрап торған, персонал һайлап алыу процесында килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора.