6 декабрь, Шишәмбе

20 апрель 2010 йыл, 14:31

Бөгөн ике республика парламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында Протоколға ҡул ҡуйыуға 15 йыл тула

автор: Николай Ермоленко

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуға 15 йыл тула. Договорҙар һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу һәр ваҡыт төрлө халыҡ-ара, төбәк-ара һәм башҡа мөнәсәбәттәр урынлаштырыу һәм уларҙы бойомға ашырыуҙың йоғонтоло ҡоралы булды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай үҙ эшмәкәрлеге башынан алып ошо принципка таянып эш итә.

1995 йылдың мартында ойошторолған мәлдән алып парламент Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы, шулай уҡ Рәсәй субъекттарының ҡануниәт (вәкәләтле) органдары менән бәйләнештәр урынлаштыра башланы.

1995 йылдың апрелендә үк Өфө ҡалаһында Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында беренсе Протоколға ҡул ҡуйылды. Артабан ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы араһында 1997 йылдың 22 мартында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү өсөн нигеҙ булып торҙо. Килешеү ике республика парламенттарының хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен, формаларын һәм ысулдарын киңәйтте. Әлбиттә, Федерация составына ингән субъекттарҙың ҡануниәт (вәкәләтле) органдары араһында электән дә бәйләнеш килә ине, әммә ошо мәлдән алып ике туғандаш республика парламенттарының үҙ-ара мөнәсәбәттәре тәүге тапҡыр юридик яҡтан нығытылды.

Татарстан парламенты менән хеҙмәттәшлек тураһында протоколдың ғәмәлдә булыу срогы сикләнмәгән, ул кәрәк булыуға ҡарап, парламент-ара консультациялар үткәреүҙе планлаштыра. 1997 йылдың 22 мартында ҡул ҡуйылған килешеү сараларҙың координацион пландарын йыл һайын яраштырыуҙы ҡарай. 2000 йылдың 15 декабрендә һәм 2003 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан менән Татарстан парламенттары араһында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһында протоколдарға ҡул ҡуйылды. Беренсеһе менән йылына кәмендә бер тапҡыр яҡтар вәкилдәренең берлектәге ултырыштарын үткәрергә ҡарар ителде. Икенсеһе менән килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм төҙөлдө, ул йыл һайын раҫланған пландар нигеҙендә эш итә.