9 декабрь, Йома

20 апрель 2010 йыл, 13:02

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда 10 кеше тапшыра

автор: Эльмира Сабирова

20 апрелдә һынауҙы ваҡытынан алда үтергә хоҡуғы булғандарға Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу этабы башланды. БР Мәғариф министрлығының мәғариф сифатына контроль һәм берҙәм дәүләт имтиханы бүлеге начальнигы Әлмира Ғәниева әйтеүенсә, республикала БДИ-ны ваҡытынан алда 10 кеше тапшыра, шуларҙың алтауһы — Өфөлә, Асҡын районы һәм Стәрлетамаҡта – берәр кеше, Ҡариҙел районында – икәү. Әлмира Альберт ҡыҙы әйтеүенсә, улар — бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарға китеүсе спортсылар, операцияға ятырға тейешле сығарылыш класы уҡыусылары, 2010 яҙғы саҡырылышта хәрби хеҙмәткә китәсәк егеттәр.

— Бөгөн улар рус теленән имтихан тапшыра, — ти  Әлмира Альберт ҡыҙы,  - 24 апрелдә – математиканан. Ике мотлаҡ имтихандан тыш, йәштәр йәмғиәт фәненән, физика, биология, ИКТ, тарихтан имтиханға яҙылған. Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу 30 апрелдә тамамланасаҡ – был көн теге йәки был сәбәптәр арҡаһында билдәләнгән көндәрҙә имтихан тапшырып өлгөрмәгәндәр өсөн резерв көн буласаҡ.

Дөйөм алғанда, быйыл, БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын 29,5 мең кешенең тапшырыуы көтөлә.

темалар: мәғариф