Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Көйөргәҙе район суды капиталь ремонттан һуң асылды

Йәмғиәт

Капиталь ремонттан һуң Көйөргәҙе район суды бинаһы асылды.  

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Юғары судының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ремонт эштәре бында 2008 йылда уҡ башланған. Үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ төҙөлгән был бинаға етди үҙгәрештәр индереү талап ителгәнгә күрә капиталь ремонт үткәрергә ҡарар ителгән. Был арала суд Көйөргәҙе районы буйынса Эске эштәр органы бинаһына күсерелгән.

Ремонт барышында түбәһе, фасады, бар коммуникациялары яңыртылған, бинаның эске яғын биҙәү эштәре башҡарылған. Башҡортостан Республикаһындағы Суд департаменты идаралығы ҙур ярҙам күрһәткән.

Көйөргәҙе район судының дөйөм майҙаны – 537 квадрат метр. Әлеге ваҡытта бина эсенең планировкаһын үҙгәртеү арҡаһында бында йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе лә барлыҡҡа килгән. Хәҙер Көйөргәҙе район суды заман талаптарына яуап бирә, ә судьялар уңайлы эш шарттарында хеҙмәт итәсәк. Әлеге ваҡытта район судында локаль компьютер селтәрен булдырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть