7 декабрь, Шаршамбы

20 апрель 2010 йыл, 11:31

Башҡортостан каратистары йәнә миҙалдар менән

автор: Дмитрий Слезин

Мәскәү янындағы Зеленоградта насар ишетеүселәр араһында каратэ буйынса Рәсәй чемпионатында башҡорт спортсыһы Искәндәр Нуғаев икенсе урын алды.  

Ә Ҡурғанда каратэ буйынса бөтә Рәсәй ярыштары үтте, унда Башҡортостан Республикаһы Каратэ федерацияһы спортсылары лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте.  

Башҡортостан файтерҙары — Алексей Соколов, Таһир Мәрҙәнов, Эдгар Мелконян, Тимур Мирғәлиев, Регина Түләкова еңеүселәр тип табылды.

«Көмөш» миҙалдар Данил Пьянкин менән Дәлиә Әсәҙуллинаға эләкте.

«Бронза»ны Илнар Шакиров яуланы.

Ярыштарҙа Рәсәй ҡалаларының 23 командаһынан 553 спортсы ҡатнашты.

темалар: каратэ