3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2010 йыл, 11:06

Башҡортостандан «Йыл табибы» бөтә Рәсәй премияһына номинанттарҙың барыһы ла уның лауреаты булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Көн элгәре Мәскәүҙә «Иң яҡшы йыл табибы» бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы үтте, унда Башҡортостандың бер юлы ике медигы илебеҙҙең иң яҡшы докторҙары иҫәбендә тип билдәләнде.

«Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы» номинацияһында Республика клиник онкология диспансеры табибы Гүзәл Батталова еңде. Илдең иң яҡшы табибы-педиатры исемен Октябрьскийҙан Ҡала балалар дауаханаһының медик-социаль ярҙам бүлеге мөдире Альбина Мағанова яуланы.

Бөтә Рәсәй конкурсы тарихында бығаса бер төбәктән бер юлы ике табиптың беренсе премияны алғаны булмаған. Шуныһы ҡыуаныслы – республиканан премияға дүрт кеше дәғүә иткән, һәм шуларҙың барыһы ла лауреат булған. Шулай итеп, «Иң яҡшы Рәсәй медицина учреждениеһы етәксеһе» номинацияһында Дүртөйлө Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рәшит Мостафин тәҡдим ителгән ине. Үҙенең номинацияһында ул өсөнсө урынға лайыҡ булған.  

Республиканың йәнә бер вәкиле — Республика туберкулез диспансерының баш табибы урынбаҫары Клим Ғиләжетдинов «Рәсәйҙең иң яҡшы фтизиатры» номинацияһында икенсе урында.

Илебеҙҙең иң яҡшы табиптары рухи ҡәнәғәтләнеүҙән тыш, тәүге тапҡыр матди ярҙам – ярты миллион һум күләмендә премия аласаҡ -  Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ҡарары был. Һәр номинацияла икенсе урын өсөн 300 мең тейешле, ә өсөнсө урынға – 200 мең һум.

«Иң яҡшы йыл табибы» бөтә Рәсәй премияһы 2001 йылдан алып тапшырыла. Конкурс өс этапҡа бүленгән: тәүҙә кандидатуралар медицина учреждениеларының хеҙмәт коллективтары менән тәҡдим ителә. Артабан тәғәйенләнеше буйынса ҡатнашыусыларҙың конкурс эштәрен Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һаулыҡ һаҡлау идаралығы органдары комиссияһы йәки башҡарма властың федераль органдары, шул иҫәптән, федераль хеҙмәттәр йәки агентлыҡтар ҡарай. Өсөнсө этапта Мәскәүҙәге Үҙәк конкурс комиссияһы вәкилдәре үҙ баһаһын бирә.

Комиссия составында – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының баш белгестәре, Рәсәй парламенты вәкилдәре, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академиктары, алдынғы фәнни-тикшеренеү институттары етәкселәре, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары. Уны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы башлығы Татьяна Голикова етәкләй.

2010 йылдан алып «Иң яҡшы йыл табибы» премияһы хөкүмәт сараһы статусын алды.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау