4 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2010 йыл, 10:23

Туймазы тикшеренеүселәре уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй конференцияһында лайыҡлы сығыш яһаны

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Мәскәү янындағы Обнинскиҙа уҡыусыларҙың 25-се “Йәшлек, фән, мәҙәниәт” бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. «Киләсәк интеллекты» дөйөм Рәсәй Бәләкәй академияһы ойошторған был сарала бар илдең мәктәп һәм урта махсус белем биреү учреждениеларынан 600-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Шулар араһында Туймазы педагогия колледжынан һайлап алыу төбәк этабын үткән Регина Ниғмәтуллина, Лилиә Сөләймәнова, Лилиә Иҫәнбирҙина һәм Станислав Янышев та бар ине.

Улар конференциянан өс төрлө дәрәжәләге лауреат дипломдары менән ҡайтты. Һәләтле балалар менән һөҙөмтәле эше өсөн Туймазы педагогия колледжының ғилми йәмғиәте етәксеһе Салауат Мосифуллин Рәсәй мәғариф академияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.