9 декабрь, Йома

20 апрель 2010 йыл, 10:10

Өс башҡорт мушкетерының яңы еңеүҙәре

автор: Дмитрий Слезин

Мәскәү эргәһендәге Новогорскиҙа рапира буйынса иң көслө ир-егеттәр араһында бөтә Рәсәй турниры үтте.  

Ярыштар ике көн дауамында барҙы. Һөҙөмтәләре бөтә Рәсәй рейтингында иҫәпкә алына.  

Беренсе көндә мәскәүле Алексей Черемисиновҡа етеүсе табылманы. Башҡортостан мушкетерҙары «бронза»ға ғына дәғүә итә алды — бында Реналь Ғәниев Мәскәү командаһынан Игорь Гриднев менән өсөнсө урынды бүлеште.

Икенсе көндә өфөлө Артур Әхмәтхужин барыһынан да яҡшыраҡ сығыш яһаны, башҡорт фехтованиеһының йәнә бер тәрбиәләнеүсеһе Руслан Нәсибуллин икенсе урын алды.

темалар: фехтование