Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Техник тикшереү үтмәгән өсөн һәм срогы үткән транзит номерҙарына штраф артты

Иҡтисад

Ике көн элек Рәсәй федерацияһы Административ Кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде. Үҙгәрештәр юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҡағыла. Тейешле тәртиптә теркәлмәгән транспорт сараһы менән идара иткән өсөн штраф күләме арта – бынан алып ул 300 һумдан 800 һумға тиклем тәшкил итә. Был ваҡыты үткән транзит номерҙарына ла ҡағыла. Уҙған йыл эсендә генә ошо статья буйынса бер миллион ярымдан ашыу водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған, тип хәбәр итә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте. Бынан тыш, дәүләт техник тикшереүе үтмәгән автомобиль менән идара иткән өсөн дә штраф күләме арта. Ул 500-ҙән алып 800 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Үткән йыл эсендә закондың был талабын инҡар итеүселәр ун процентҡа артҡан. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәтерегеҙгә төшөрә, ЮХХДИ хеҙмәткәре машинаны артабан файҙаланыуҙы тыйырға һәм дәүләт номерҙарын сисеп алырға хоҡуҡлы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть