3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2010 йыл, 9:43

Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтте

автор: Юлай Мәғсүмов, Азат Ғиззәтуллин

Санкт-Петербург менән Башҡортостан араһында иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр электән килә. Мәҫәлән, 2005 йылда ике төбәк араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында блокадалағы Ленинградтан бик күптәр Башҡортостанда эвакуацияла йәшәне, ә республикабыҙҙан меңәрләгән яугирҙар ҡамауға алынған ҡаланы фашист илбаҫарҙарынан һаҡланы.

Башҡортостандан ижади коллективтар ҡалаға килеп, уларҙың сығыштары ҙур уңыш менән үтеүе күңелдәргә айырыуса бер рәхәтлек бирә. Был һүҙҙәрҙе Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концертына килгән яҡташтарыбыҙҙан ишеттек. Был сараға башҡорт диаспораһы вәкилдәре йыйылды, төньяҡ баш ҡалала улар өс мең ярымдан ашыу. Уларҙың күптәре өсөн был осрашыу – тыуған яғынан хәбәр, туған телендә йыр тыңлау, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге.

Хеҙмәттәшлеккә студенттар үҙ өлөшөн индерә. Петербургтың төрлө уҡыу йорттарында әлеге ваҡытта республикабыҙҙан 2 меңгә яҡын бала уҡый, Башҡортостан Хөкүмәтенең маҡсатлы йүнәлтмәһе буйынса быйыл ғына 57 егет һәм ҡыҙ уҡырға инде. Студенттарыбыҙҙың күптәре «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһында тора.  

Башҡорт студенттарының инициативалы төркөмө Санкт-Петербургта «Салауат» продюсер үҙәге ойошторҙо, ул йәштәр өсөн башҡорт дискотекалары үткәрә, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттарҙы ойоштороусы булып сығыш яһай.

Сараны үткәреү барышында Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова һәм республикабыҙҙың башҡа популяр йырсылары питер тамашасыһы хөкөмөнә үҙҙәренең иң яҡшы йырҙарын тәҡдим итте. Һәр музыкаль композиция яҡташтырыбыҙ күңелендә, үҙҙәре әйтеүенсә, тарихи тыуған яғын һағыныу тойғоһо уятты. Әйткәндәй, концерт алдынан тамашасылар башҡорт балы, сәк-сәк, сувенир продукцияһы һатып ала алды.