9 декабрь, Йома

19 апрель 2010 йыл, 17:41

Халыҡ-ара конкурстан дипломдар алып ҡайттылар

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Туймазы балалар (үҫмерҙәр) ижад йортоноң “Тамсы” вокаль ансамбле тәрбиәләнеүселәре Стелла Тенчурина, Эльвина Ҡунафина, Резеда Тимофеева һәм «Родник» бейеү ансамбленән Екатерина Павлова «КамАЗ дуҫтарын йыя» IV халыҡ-ара йәш башҡарыусылар фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Бөтә ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, республика һәм район ижади конкурстарында ҡатнашып, приз һәм еңеү яулағандары бар ине, ә бына халыҡ-ара сәхнәлә үҙҙәрен тәүге тапҡыр һынап ҡаранылар. Һынау дүрт көн буйына Яр Саллы ҡалаһында барҙы. Фестиваль наградалары өсөн Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм яҡын сит илдәрҙән ете йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы көрәште. Туймазылар вокал (халыҡ һәм эстрада йырҙары), хореография (халыҡ бейеүе) кеүек номинацияларҙа ҡатнашты.  

Екатерина Павлова менән Стелла Тенчурина был сәфәрҙән беренсе һәм икенсе дәрәжә дипломанттары булып ҡайтты.