10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2010 йыл, 17:33

Үткән субботникта 530 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бар республика буйынса үткән экологик субботникта 530 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.  Һигеҙ меңгә яҡын техника берәмеге эшкә ҡушылған. Активистар менән 19 мең тоннаға яҡын сүп-сар йыйып алынған һәм полигонға, сүплеккә сығарылған. Шундай мәғлүмәт бирә БР Экология министрлығы.  

Юл хеҙмәттәре менән 228 мең квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Торама пункттарҙың ҡойма, бина фасадтары һәм башҡа төрлө төҙөкләндереү элементтарына ремонт башланған. Бер нисә районда йәшелләндереү эштәрен башлағандар. Бындай эштәр Ишембай, Федоровка, Хәйбулла райондарында һәм Өфөлә алып барыла. Дөйөм алғанда 209 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.

Республиканың һәр муниципаль районында махсус комиссиялар ойошторолған, саралар планы раҫланған. Сибайҙа, Учалыла һәм Баҡалы районында  «Таҙа кесаҙна» санитар көндәре үткәрелә. Өфөлә «Санитар йома көндәре» ойошторола.

Экологик субботниктар үткәргән ваҡытта  ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын республиканың сүплектәрендә һәм полигондарында урынлаштырыу бушлай башҡарыла.