3 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2010 йыл, 17:13

Башҡортостан коллективтары Бөтә Рәсәй оркестрҙар һәм рус халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың бер юлы бер нисә коллективы ошо көндәрҙә Силәбелә барған С.Садаков исемендәге Бөтә Рәсәй сәнғәт уҡыу йорттары оркестрҙары һәм рус халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсының еңеүсеһе булды.  

«Башинформ» агентлығына конкурс жюрийына саҡырылған ағзаларҙың береһе – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллиндың хәбәр итеүенсә, беҙҙең республика командаһы конкурста иң күренеклеләрҙән булған.  Силәбегә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, Салауат музыка колледжы вәкилдәре, Өфөнөң музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре – йәмғеһе ете оркестр һәм ансамбль барған. Шуларҙың барыһы ла тиерлек конкурс еңеүселәре тип табылған һәм 19 апрелдә Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Концерт залында үтәсәк гала-концертҡа саҡырылған.

Рәмил Ғәйзуллин әйтеүенсә, Башҡортостан командалары араһында юғары баҫҡысты Өфө сәнғәт академияһы вәкилдәре яулаған. Улар юғары уҡыу йорттары араһында «Оркестрҙар» номинацияһында беренсе урын алған. Урта уҡыу йорттары араһында ошо уҡ номинацияла Салауат музыка колледжы икенсе урында.

«Ансамблдәр» номинацияһында беҙҙекеләрҙә йәнә ике призлы урын бар. Бында Өфөнөң  «Метелица» һәм «Контраст» ансамблдәренә уңыш йылмайған.

темалар: конкурстар