3 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2010 йыл, 16:38

«Башҡортостан» киностудияһы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында документаль фильм тәҡдим итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

27 апрелдә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Һуғыш беҙҙе балаларға һанаманы…» документаль фильмының презентацияһы үтә. Картина Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған.  

«Башинформ» агентлығына киностудияның матбуғат секретаре Динис Сәйетовтың хәбәр итеүенсә, башҡорт кино сәнғәте оҫталарының яңы эше тамашасыларға һуғыш йылдарында илде туйҙырған һәм фронтҡа ҡорал оҙатҡан тыл хеҙмәтсәндәре тураһында бәйән итәсәк. Унда шул йылдарҙағы рәсми архив материалдары – документтар, фотоһүрәттәр, ваҡиғалар кинохроникаһы ҡулланылған.  

Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова етәкселегендәге кино төшөрөүселәр бригадаһы фекеренсә,  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәр береһенең тормош юлы айырым иғтибарға лайыҡ:

— Шуға күрә документаль материалдар ғына түгел, фронтҡа киткән атай, ағайҙары урынына үҫмер саҡтан уҡ производствоға килгән кешеләрҙең үҙҙәренең һөйләгәндәре лә фильм нигеҙенә ятты, — ти Вилүрә Иҫәндәүләтова.

темалар: кино