10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2010 йыл, 15:18

Туймазыла муниципаль район Советы ултырышы үтте

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Туймазы районы Советы депутаттары  сираттағы ултырышта БР Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл ” Мөрәжәғәтнамәһен  тикшерҙе һәм уны ғәмәлгә ашырыу планын раҫланы.  

Бынан тыш депутаттар ағымдағы йылда районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше программаһын раҫланы. Рәсми мәғлүмәт буйынса, бөгөнгө көндә район территорияһында 7,5 мең бәләкәй бизнес субъекттары һәм шәхси эшҡыуарҙар теркәлгән. Уларҙың эшмәкәрлегенән урындағы бюджетҡа һалым түләүҙәре өлөшө 23 процент тәшкил итә.  

Ултырышта шулай уҡ Туймазы районының артабанғы социаль–иҡтисади үҫеше менән бәйле башҡа төрлө мәсьәләләр ҙә ҡаралды.