9 декабрь, Йома

19 апрель 2010 йыл, 15:04

Башҡортостан урман хужалығы министрлығын Волга буйы федераль округында баһаланылар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы 2010 йылдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек буйынса юғары баһа алды. Был турала РФ Урман хужалығы федераль агентлығы һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең бер нисә министрлыҡ һәм ведомство менән берлектәге кәңәшмәһе һөҙөмтәләренән билдәле булды.

Башҡортостан Волга буйы федераль округында ағымдағы йылда урман янғындарын һүндереү буйынса кәрәкле профилактик саралар үткәргән иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип билдәләнгән.

— Бынан тыш, беҙҙең ведомствоның был йүнәлештәге эшмәкәрлеге 2009 йыл йомғаҡтары буйынса ла лайыҡлы билдәләнгән,  — тине «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығы вәкиле Фәрит Заманов. – 2008-се һәм уҙған йыл башы менән сағыштырғанда, беҙ ярайһы ҙур һөҙөмтәләргә ирештек. Ул ваҡытта министрлыҡ эше ҡәнәғәтләндерерлек баһа алмағайны. Был юлы беҙ хаталарҙы иҫәпкә алып, планда ҡаралған бар сараларҙы ла башҡарып сыҡтыҡ. Шулай уҡ ведомство менән финанс средстволар ҙа  рациональ файҙаланды, яңы техника һатып алдыҡ, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барҙыҡ.

Ағымдағы миҙгелдә ғәҙәттән тыш урман янғындарында Башҡортостан, Волга буйы федераль округы төбәктәре кеүек үк, төбәк-ара көс һәм сараларҙы отошло файҙаланыу буйынса эштәрҙе бергә алып барасаҡ. Түбәнге Новгород өлкәһе тәжрибәһендә Башҡортостанда ла урман янғындарын ваҡытында билдәләү өсөн кәрәҙле элемтә операторҙары вышкаларында телеҡулайламалар ҡуйылыуы ихтимал.