8 декабрь, Кесе йома

19 апрель 2010 йыл, 14:42

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профкомы эшенә йомғаҡ яһай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ХХ отчет-һайлау конференцияһында эшенә йомғаҡ яһаны. Унда Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы үҙәк комитеты рәйесе Геннадий Парошин, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары РБ Ленара Иванова, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Розалия Биглова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың бер нисә профилле ойошмаһы һәм предприятиеһы етәкселәре, профактив ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция дауамында профсоюздың БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы һәм башҡа ведеомстволар менән берлектәге эштәренә анализ яһалды.  Тармаҡ килешеүҙәре коллектив договорҙар төҙөү өсөн нигеҙ булған һәм улар бөгөн тармаҡ ойошмаларының 97 процентында булдырылған.

Конференцияла яһалған йомғаҡтарға ярашлы, республика мәҙәниәт учреждениеларында хәлдәр тотороҡло булып ҡала. Эш хаҡын тотҡарлау һәм хеҙмәткәрҙәргә стимуллаусы түләүҙәр күҙәтелмәй, ойошмаларға республика һәм урындағы бюджеттарҙан средстволар ваҡытында бүленә, иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, күпләп эштән бушатыуға юл ҡуйылмаған.

Конференция нигеҙендә һайлауҙар үтте, уның һөҙөмтәһендә Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе итеп Александр Кузьменко һайланды.

темалар: профсоюздар