5 декабрь, Дүшәмбе

19 апрель 2010 йыл, 14:02

Башҡортостан делегацияһы бөгөн Астанаға юлланды

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы сауҙа-иҡтисади миссия менән Астанаға (Ҡаҙағстан Республикаһы) юлланды.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, делегация составына, БР Сәнәғәт министрлығы һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы белгестәренән тыш, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты», «КүмАПП», «Станкомонтаж», «АФ Банк» һәм «Башҡортостан» күргәҙмә компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты», «Нефтехимэшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиелары вәкилдәре инә.

Делегация төрлө йүнәлештәр, шул иҫәптән нефть-газ тармағы предприятиеларына инжиниринг хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү һәм ГИС-технологиялар индереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәр әҙерләне. Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре яңы һатыу баҙарҙарына сығырға иҫәп тота.

Ҡаҙағстанда делегация «Oil & Gas Kazakhstan 2010» күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашырға, «Казмунайгаз», «Казбизнесконсалтинг» һәм башҡа предприятиеларға барырға планлаштыра. Шулай уҡ Башҡортостандың инвестицион проекттары менән таныштырыу ҙа әҙерләнгән.

Сәфәр 22 апрелдә тамамланасаҡ.