11 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2010 йыл, 13:13

«Йәмғиәтте рухи-әхлаҡи тергеҙеүҙә ҡатын-ҡыҙҙың миссияһы» конференцияһы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә «Йәмғиәтте рухи-әхлаҡи тергеҙеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар миссияһы» конференцияһы үтәсәк. Был сараны Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы һәм М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы ойоштора.

Конференцияла ҡатнашыусылар «Христиан антропологияһында енес мәсьәләләре», «Сиркәүҙә ҡатын-ҡыҙ: тарих һәм хәҙерге заман», «Ҡатын-ҡыҙҙың социаль хеҙмәт итеүе», «Традицион ғаилә ҡиммәттәре һәм хәҙерге заман», «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау», «Ҡатын-ҡыҙ фронтта һәм тылда (Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына)» кеүек темаларҙы тикшерергә планлаштыралар. Конференция һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ нәшер ителәсәк.

Конференция 25 апрелдә 13 сәғәттә М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында үтәсәк. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Сельский Богородский урамы, 37.