4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2010 йыл, 12:20

Паралимпиада-2010 геройы Ирек Зариповҡа фатир асҡысы тапшырҙылар

автор: Әнисә Абдуллина | фото: Әнисә Абдуллина

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Вахит Әбдрәхимов Паралимпиада-2010 триумфаторы Ирек Зарипов менән осрашты. “Ултырыусылар” категорияһында пасьютта һәм индивидуаль уҙышта, 10 һәм 15 километрға саңғы уҙыштарында дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, саңғы спринтында көмөш призер ғаиләһе осрашыуға тулы составта килде: ҡатыны – Елена,  улы – Айнур, ата-әсәһе — Айрат Ғәбделхамат улы менән Вәсилә Мостафа ҡыҙы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы спортсыны йылы ҡотланы, уның яҡындарына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе, һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңы спорт ҡаҙаныштары теләне һәм Ирек Зариповҡа өс бүлмәле фатирҙан асҡыс тапшырҙы.

— Һәр сығышығыҙҙы беҙ һоҡланып ҡараныҡ. Һеҙҙе бөтә ҡала, бөтә республика, ил күҙәтеп барҙы. Беҙ Һеҙҙең тыуған ҡалабыҙҙы бөтә донъяға танытыуығыҙ менән ғорурланабыҙ, — тине Вахит Әбдрәхимов һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының күп йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырылған социаль йүнәлешле сәйәсәте тураһында телгә алды. — Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ошо көндәрҙә күп функциялы физкультура комплексы төҙөлөшөндә булып китте һәм беҙҙең пландарыбыҙҙы хупланы. Беҙ һеҙгә һәм башҡа йәш спортсыларға күнекмәләр өсөн бына тигән шарттар булдырырбыҙ, тип ышанам. Беҙ, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, ҡалала спортты пропагандалайбыҙ, хатта үҙебеҙ уҡыусылар менән берлектәге спорт ярыштарында ҡатнашабыҙ, спорт залдарына йышыраҡ йөрөргә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәклеге йүнәлешендә үҙебеҙ шәхси өлгө күрһәтәбеҙ. Ләкин Паралимпия уйындарында ысын батырлыҡ күрһәтеп, йәштәр өсөн һеҙ иң лайыҡлы өлгө булып тораһығыҙ.

— Ҡалала билдәле штангасылар, Рәсәй, Европа чемпиондары бар. Секцияларҙы тергеҙергә һәм ауыр атлеттарҙың элекке данын кире ҡайтарырға кәрәк. Беҙҙе велотрек һәм велосипед юлдары булмауы борсой, скейт-парк төҙөргә уйлайбыҙ. Ләкин яҡшы ниәттәр әлегә финанс яғынан нығытылмаған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала етәксеһе.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, ҡаланың спорт абруйын, спорт кимәлен күтәреү өсөн ҡала власы һәм йәмәғәтселегенең ҙур бизнес менән һөйләшеүе кәрәк. Бында Паралимпия чемпионының абруйы ҙур роль уйнауы мөмкин. Ирек Зарипов үҙе тыуған ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса һәр тәҡдимде яҡлап сығырға әҙер.