3 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2010 йыл, 10:16

Рәсәй вуздарын инновацион үҫтереүгә өс миллиард һум аҡса бүленде

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылда юғары уҡыу йорттарында инновацион инфраструктураны үҫтереүгә ярҙамға өс миллиард һум аҡса бүленде. Был турала РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 9 апрелендәге 219-сы ҡарары хәбәр итә.

Инновацион инфраструктураны үҫтереүгә дәүләт ярҙамы инновацион мөхит булдырыу, шулай уҡ белем биреү учреждениелары менән сәнәғәт предприятиелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсаттарында бойомға ашырыла.

Бюджет ассигнованиелары, тиелә ҡарарҙа, бәләкәй инновацион эшҡыуарлыҡҡа ярҙамды индереп, программаларҙы конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса бүленәсәк. Конкурста фән, техника һәм технологиялар үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса фундаменталь һәм ҡушма фәнни тикшеренеүҙәр алып барыусы мәғариф учреждениелары ҡатнаша ала.

Конкурс башланыуы һәм уның шарттары тураһында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында иғлан ителәсәк.

http://www.consultant.ru/online/base/?req=doc;base=LAW;n=99357