10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2010 йыл, 9:45

Эске эштәр министрлығы айнытҡыстарҙы бөтөрә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда 2010 йыл аҙағына тиклем бөтә медицина айнытҡыстары ябыласаҡ. БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар “Эске эштәр министрлығын реформалаштырыуға һәм призиденттың милицияны уға хас булмаған функцияларҙан бушатыу тураһындағы Указына ярашлы” ҡабул ителде.

Бөгөнгә республиканың 17 айнытҡысынан бишәүһе ябылған. Киләсәктә был учреждениеларҙы РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына күсерергә планлаштырыла.