4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2010 йыл, 18:46

Республикала "Фасад-2009" конкурсына йомғаҡ яһалды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: пресс-служба Минстройтранса РБ

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында йыл һайын ойошторолоусы «Бина һәм ҡоролмаларҙың архитектураһы, төҙөлөшө һәм ремонтында заманса материалдар һәм фасадтар системаһы» фәнни-техник конференцияһы үтте. Унда иң яҡшы башҡарылған фасадты билдәләү буйынса «Фасад-2009» республика конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде. «Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста республиканың 11 ҡала һәм районынан 25 ойошма ҡатнашҡан, улар баһалама ағзалары иғтибарына 34 объект тәҡдим иткән.

«Йоҡа штукатур ҡатламы менән фасад системаһы» категорияһында «ФасадЭлитСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөнөң «Айгөл» биҫтәһендәге йорто менән беренсе урын алды. Төп бүләк – Германияла үтәсәк хоккей буйынса донъя чемпионатына йүнәлтмә.  

Икенсе «Араһында һауа ҡалдырылған япмалы фасад системаһы» номинацияһында бүләк эйәһен тапманы. Жюри рәйесе, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимовтың билдәләүенсә, быға конкурста ҡатнашыусылар менән фасад эштәре процесында ебәрелгән хаталар сәбәпсе.