Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Георгий таҫмаһын тарата башланылар

Сәйәсәт

Башҡортостанда «Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды. «Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың ведомствоһына 25 мең таҫма ҡайтарылған. Таҫмалар республиканың ҡала һәм ауылдарына алып барып биреләсәк һәм предприятие, ойошма, уҡыу йорттарына таратыласаҡ. Өфөлә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы белгестәре менән таҫмаларҙың бер өлөшө таратыла ла башлаған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был акция йыл һайын үткәрелә.

— Акция нигеҙендә таратылған таҫмалар, ҡағиҙә булараҡ, кейемгә, йәки автомобилдең антенналарына беркетелә, шул рәүешле кешеләр геройҙар менән бергә булыуын, теләктәшлеген белдерә, — тип билдәләй йәштәр ведомствоһы белгестәре. Хәрби награданың — Изге Георгий ордены һәм һалдаттарҙың Дан орденының  ҡара–ҡыҙғылт-һары төҫтәрҙәге георгиев таҫмаһы Еңеү Көнөнөң тере символы. Бар донъя буйлап таҫма бәйләгән миллионлаған кеше ошо акция аша һуғыш ветерандарына рәхмәтен, уларҙың ҡаһарманлығы өсөн ғорурланыуҙарын белдерә.  

Теги: Еңеү Көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть