Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Ишембайҙа йәнә бер наркопритон юҡ ителде

Йәмғиәт

Тыумышы менән Свердловск өлкәһенән булған эшһеҙ Ишембайҙа Стаханов урамындағы фатирын наркомандар өсөн йыйылыу урынына әйләндергән. Күршеләренең даими ялыуы, шау-шыу, фатирҙан килгән насар еҫ наркоконтроль хеҙмәткәрҙәрендә шик ҡалдырмай: бында бер нисә ай дауамында дезоморфин ҡулланыусылар йыйыла.

«Башинформ» агентлығына Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Елена Скоринаның хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың мартында ғына ошо норкопритонға даими килеүсе, наркотиктан иҫергән ике кеше — Нижневартовскиҙан водитель һәм Ишембайҙан бер эшһеҙ тотолған.

Фатирҙа тикшереү барышында, хужанан тыш, йәнә өс кеше — ике йәш егет һәм урлау, талау өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителеп өлгөргән 25 йәшлек эшһеҙ ҡатын да булған. Наркополицейскийҙар менән туҡтауһыҙ дезоморфин етештереү өсөн бар кәрәкле ҡулайламалар, шулай уҡ ҡулланылған шприцтар табылған.

Ишембайҙа был йыл башынан алып юҡ ителгән дүртенсе притон.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть